Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Библиотөн! Библиотөн!

         Йыл да апрель айында район үҙәк китапханаһында “Библиотөн”дө ҙур байрам итеп үткәреү – матур бер йолаға әйләнде. Быйыл ул Кино йылына арналды.

         Район үҙәк китапханаһы әйҙәүсе китапханасыһы Сәлимә Мисбах ҡыҙы Ишдәүләтова “Библиотөн” кисәһен асып, барыһын да “Башҡортостан” киностудияһында төшөрөлгән “Япраҡ” киноһын ҡарарға саҡырҙы. Бик фәһемле һәм тәрән мәғәнәле был киноны тамашасы бик яратып ҡараны.

        “Библиотөн”гә был кинола төп геройҙы уйнаған Кейекбай ауылынан Алсын Ғәлиев, кәмәсе ролен башҡарған Йосоп ағай Вәлиуллин ҡунаҡҡа саҡырылған ине. Артабан һүҙ уларға бирелде.

        –  Киноға төшкәндә мин 2-се класта уҡый инем, әле 4-тә уҡыйым, – тип һүҙ башланы Алсын. – Урал ағайым Әминев: “Кино төшөрәбеҙ, төшкөң килмәйме?”- тигәс, риза булдым. Кино ҡарағанда ғына еңел, төшөргәндә ауыр икән, сөнки иртәнән алып кискә тиклем эшләргә тура килә.

         Алсын тамашасыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

         Йосоп Вәлиуллиндың да сығышы ҡыҙыҡлы булды:

         – Мин, сценарий буйынса, кәмәлә йылға буйлап ағып төшөргә һәм мурҙаһын йылғанан һөйрәп сығарып торған Уралға сәләм биреп, “Ауылға яңы уҡытыусы алып китеп барам!” тип әйтергә тейеш инем. Әйтеүе генә анһат… Бер-нисә минуттан ғына торған урында көнө буйы, әллә нисәмә тапҡыр кәмәне үргә һөйрәп, кире төшөргә тура килде – йә ярға алыҫ, йә – киреһенсә, йә оператор өлгөрмәй, йә беҙ әйтеп өлгөрмәйбеҙ… Кәмәне бер ағыҙып, бер кире һөйрәп аҙапланып бөттөк. Бер-ике минутлыҡ ҡына булһа ла, уға алдан ентекләп әҙерләнәһең: кейгән кейемең, ултырып барған кәмәң, һөйләшең кинолағы ваҡытҡа тап килергә тейеш.

         Йосоп ағайҙың һөйләгәндәрен барыһы ла бик ҡыҙыҡһынып тыңланы.

        “Библиотөн”гә шулай уҡ күп йылдар Бөрйән район киноселтәрендә бухгалтер булып эшләгән Ғәлимә Кәбир ҡыҙы Ғәлина ла саҡырылған ине. Ул үҙе эшләгән дәүерҙә кино күрһәтеү буйынса эштең нисек ойошторолғанын матур итеп һөйләп үтте:

         – Кино күрһәтеү районда бик әүҙем алып барылды. Планды һәр ваҡыт арттырып үтәй торған инек. Кино күрһәтеүсе һәр кем – үҙ эшенең оҫтаһы, эшен яратып башҡарыусы булды. Юлдар хәҙерге һымаҡ түгел, шулай ҙа бер тотҡарлыҡһыҙ киноларҙы мәлендә алып ҡайтып, кире алып килеп өлгөртөрҙәр ине. Хызыров Мирза ағай Белореттан иң яҡшы һәм яңы киноларҙы ял көндәренә тип алып ҡайтып, ауылдарҙа шуны күрһәтә һалып, аҙна башланыуға кире алып бара тапшырыр ине. Мирза Юныс улы сос булды, ҡайҙа ла һүҙе үтте, шуның менән беҙҙең район кино күрһәтеү буйынса ота ине. Бөтә киномеханиктарыбыҙҙа районда кино күрһәтеүҙе юғары кимәлдә ойоштора ине.

         “Библиотөн”дө район үҙәгендә 20 йылдан ашыу эшләп килгән “Һаулыҡ” төркөмөнөң ултырышы дауам итте. Унда төркөмдәгеләр “Һыу. Яңы асыштар.” исемле кино ҡарап, уның буйынса фекер алышты.

         “Библиотөн” быйыл да бик файҙалы һәм фәһемле үтте.

0