Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

“Библиотөн” акцияһы – Килдеғолда

         22 апрель Килдеғол ауыл китапханаһында “Китапханалар төнө” акцияһы сиктәрендә уҡыусылар өсөн “Әкиәт иленә сәйәхәт” исемле сара ойошторолдо. Сара дүрт өлөштән торҙо. Акцияны асыҡ тип иғлан иткәс, балаларға 7 класс уҡыусыһы  Искужина Гөлиә  Бүләкбай ҡыҙы  төшөргән мультфильмдар (“Ҡыҙыл ҡалпаҡ”, “Шишмә”) күрһәтелде. Пластилиндан эшләгән персонаждары менән таныштырып, мультфильм төшөрөү серҙәре менән бүлеште.

        Артабан “Минең яратҡан әкиәт геройҙарым” исемле викторина ойошторолдо.  Викторинала иң-иңдәре тип, Искужина Гөлиә, Искужина Гөлшат, Билалова Азалия, Корманғолова Миләүшәләр табылды.

        “Уйла, эҙлә, тап” конкурсында балалар әкиәттән алынған предметтарҙы танып, белергә тейеш ине. Был конкурста ла уҡыусылар ихлас ҡатнаштылар.

        Киләһе “Әкиәт геройҙары зәңгәр экрандарҙа” исемле  конкурста пластилиндан үҙҙәренә оҡшаған  әкиәт   геройҙарын эшләргә  ине. Был конкурта Искужина Назгөл, Сөләймәнова Таңһылыу, Мөхәмәтҡолова Зөһрә, Мөхәмәтйәнова Фидәниә иң-иңдәре тип табылды.

        Еңеүселәр маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

        Артабан, ололар өсөн округтар араһында барған “Донья йәмле һеҙҙең менән” исемле әҙәби-музыкаль кисә  үткәрелде.

0