Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух

        Ғәҙелгәрәй ауыл китапханаһында “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы” акцияһы сиктәрендә 7 апрелдән  12 апрелгә тиклем  сәләмәтлек аҙналығы үтте. Аҙналыҡтың тәүге көнө   5-  се һәм 9 – сы синыф уҡыусылары ҡатнашлығында  “Насар ғәҙәттәргә юл ҡуймайыҡ” исемле мәғлүмәт сәғәте менән башланып китте.  Йәштәр эше буйынса белгес Рәүилә Рыскулова уҡыусыларға  тәмәке һәм араҡының зыяны тураһында һөйләне. Икенсе көнө спортҡа арналды , балалар интеллектуаль уйында ҡатнаштылар,  башватҡыс –ребустар систеләр. Өсөнсө көндө  “Киләсәкте уйла бөгөндән” исемле асыҡтан- асыҡ һөйләшеү сәғәте үтте. Ауылыбыҙ мәсете муллаһы Фәрит Әхмәтйәнов балаларға  Ҡөрьән буйынса араҡының һәм тәмәкенең зыяны тураһында бик фәһемле итеп һөйләне. Дүртенсе көнөндә  балалар баҡсаһында  “Күңелле старттар” уйыны уҙғарылды.  Кескәйҙәр  төрлө спорт уйындарында бик ихлас ҡатнаштылар.  Аҙналыҡтың һуңғы көнө  үҫмерҙәр ҡатнашлығында  “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы” исемле  КВН  менән тамамланды.  Шулай уҡ китапханала китап уҡыусылар иғтибарына   “Сәләмәт тәндә – таҙа аҡыл”исемле китап күргәҙмәһе ҡуйылды. Акцияла ҡатнашыусылар  тик   сәләмәт тормош алып барғанда  ғына  алға ҡуйған маҡсаттарға өлгәшеп,  яҡты хыялдарҙы тормошҡа ашырып  була тигән фекергә килделәр.

0