Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

“Беҙ сәләмәт тормош яҡлы”

         Район балалар китапханаһы  Бөтә донъя сәләмәтлек көнөнә арналған һәм китапханалар араһында иғлан ителгән “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы” акцияһына ҡушылып башланғыс кластар өсөн “Спорт иленә сәйәхәт”, “Олимпия уйындары һәм спорт”, “Спорт һәм ял кисәһе” сараларын ойошторҙо. Кисәнең тәүге өлөшөндә уҡыусылар “Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә”, “Гимнастар”, “Эрудиттар”, “Витаминдар”, “Хәүеф”, “Ритмика” станцияларында     булып үҙҙәренең спортҡа һәм сәләмәт йәшәүгә ыңғай ҡарашта икәнлеген күрһәттеләр. Ябай ғына таҙалыҡ ҡағиҙәләрен өйрәнделәр, сынығыу серҙәренә төшөндөләр.

        Икенсе көндө мәктәптә кескәй китап уҡыусылар өсөн “Олимпия уйындары һәм спорт” исемле уйын- викторина үткәрелде. Спорт өлкәһенә ҡағылған мауыҡтырғыс һорауҙарға ҡыҙҙар һәм малайҙар бик теләп һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу менән яуап бирҙеләр. Сара һуңында төрлө спорт уйындары уйнап кинәнделәр.

       Өсөнсө көн иһә 2-се һанлы мәктәптә уҡыусылар өсөн спорт һәм ял кисәһе ойошторолдо. Был сара “Ҡояш һәм һауа – иң яҡшы дауа” девизы аҫтында үтте. Балалар “Йәйғор” һәм “Ҡояшҡай“ командаларына бүленеп йомаҡтар, ребустар систеләр, “борщ бешерергә” лә өлгөрҙөләр, һикергестә лә һикереп, кәрзингә туп та ырғыттылар, “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйыны уйнап һәм башҡа конкурстарҙа етеҙлек, мәргәнлек, йылғырлыҡ күрһәттеләр.

        Сара һуңында уҡытыусы апайҙың әйткән һүҙҙәре бигерәк иҫтә ҡалды: “Спорт менән дуҫлыҡты өҙмәгеҙ. Сәләмәт булһағыҙ, уҡыуҙа ла, эштә лә гел юғары уңыштарға өлгәшерһегеҙ”.

0