Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылап

         Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығын ҡаршы алыуға әҙерлек балалар баҡсаларында ла әүҙем бара. Әңгәмәләшеү, һүрәттәр буйынса бәләкәй хикәйәләр төҙөү кескәйҙәр күңелендә ата-бабаларыбыҙға, дөрөҫөрәге тыныслыҡ өсөн йәнен-тәнен аямаған ҡарт олатайҙарына ҡарата хөрмәт уятырға, ғорурлыҡ хистәре тәрбиәләргә булышлыҡ итә.

         12 апрелдә балалар китапханаһына район үҙәгенең 2-се һанлы балалар баҡсаһының өлкән һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөнә йөрөүселәр экскурсияға килде. Кескәй китап уҡыусыларға “Еңеүгә эттәрҙә өлөш индергән” тип исемләнгән әңгәмә үткәрелде.  Бөйөк Ватан һуғышы башланғандың тәүге көндәрендә үк эттәр ҙә  Совет һалдаттары менән бергә яуға күтәрелгәнлеген, танкылар шартлатҡанлығын, яралы һалдаттарҙы яу яланынан һөйрәп алып сығарғандарын, фронттың алғы линияһына боеприпастар, кәрәкле документтар алып барғанлығын белделәр һәм  ҡыҙыҡһынып тыңланылар, слайд аша фотоларын күрҙеләр.

         Бөйөк Ватан һуғышында беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ ғына ҡатнашып ҡалмаған, ә улар менән бер рәттән  хайуандар ҙа – эттәр, аттар ҙа ҡатнашҡан һәм илебеҙгә оло еңеү килтерергә күп көстәрен һалғандар.

         Сәйәхәттәрен дауам итеп район үҙәгенең иҫтәлекле урындарында ла булырға өлгөрҙөләр кескәй дуҫтарыбыҙ.

0