Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Ғафури урамында байрам

Бер көн шулай, гөлдәр баҡсаһында

Сәскәләрҙе ҡылдым тамаша.

Хуш еҫтәре менән йән шатлана,

Нурҙарынан күҙҙәр ҡамаша.

Нәфис төҫтәренә, буйҙарына

Хайран ҡалып, ҡыҙығып ҡараным,

Әй, сәскәләр, һеҙгә кемдәр дуҫтар?

Кемдәр дошмандар? – тип һораным.

         Шулай яҙған сәскәләр тураһында1924 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури. Әйткәндәй, август айында күренекле шағирҙың тыуыуына 135 йыл булды. Шуға район үҙәгенең халыҡ шағиры исемен йөрөткән М.Ғафури урамында урам байрамы үтеүе лә осраҡлы түгелдер. Урам байрамына халыҡ дәррәү әҙерләнгән – әллә нисә йорт алдында өҫтәлдәр теҙелгән, күргәҙмәләр күҙҙе ҡыуандыра. Китапхана хеҙмәткәрҙәре халыҡ шағирының тормошо һәм ижадына арнап «Әҙәбиәтебеҙ классигы» исемле китап күргәҙмәһендә урынлаштырғандар.

         Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе К.Теләүбаева:

      – Был район үҙәгенең иң оло урамдарының береһе. Бында татыу, егәрле, тырыш ғаиләләр йәшәй, мәсет юлын һыуытмаған ағинәйҙәр күп, – тине сараны асҡанда.

     – Әҙәбиәт йылы бик матур үтеп бара.Ошо йыл сиктәрендә бөгөн матур сара ойошторолдо. Матур ғаиләләр, күрмәлекле йорттар күберәк булһын, сабыйҙар күберәк тыуһын, – тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.Әлибаков.

         Шағир исемен йөрөткән урамда йәшәүселәр байрамды дәррәү күтәреп алып, доньяларын гөл-сәскәгә күмеп, ҡунаҡсыллыҡ тигән матур ғәҙәтте лә эшкә егеп, сараны ысын-ысындан оло байрамға әйләндереп ебәрҙе.

     – Урамыбыҙ матурая, яңы, ҙур өйҙәр ҡалҡып сыға. Афарин, урамдаштар! Киләсәктә лә матур йәшәйек. Илдә тыныслыҡ булһын. Иң беренсе күршең менән татыу бул, тигән яҙылмаған ҡағиҙәне тотоп, берҙәм йәшәүегеҙ һоҡландыра. Һәр ҡайһығыҙ ихтирамға лайыҡ, – тине йомғаҡлау тантанаһында БР Мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева.

         Байрамда алдан иғлан ителгән конкурстарға ла йомғаҡ яһалды, бүләктәр тапшырылды. Халыҡ шағирының ижадына арналған викторина үткәрелде, шулай уҡ М.Ғафуриның шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса шиғыр конкурсы ла сәмле үтте.

         Район үҙәк китапханаһы, мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы менән бергә ойошторған сара йыр-моңға ла бай булды. Ҡыҫҡаһы, Ғафури урамында ысын-ысындан матур байрам үтте.

0