Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Конкурс чтецов стихотворений “Йәшәһен минең ғаиләм!”

        Баланы тәрбиәләүҙә күпме генә балалар баҡсаһы, мәктәпкә һылтанһаҡ та, төп ролде ғаиләләге тәрбиә биләй, сөнки ата-әсәйҙең һүҙе, олатай-оләсәйҙең өгөт-нәсихәте – бөтмәй һәм китмәй торған мәңгелек ҡиммәттәр. Ололарҙы ололау, кеселәрҙе кеселәү, тыуғандарыңды танып-белеү, уларҙы яратыу һәм хөрмәтләү – был тик ғаиләлә генә бирелә торған  рухи байлыҡтар.

       Ололарға балаларҙы тәрбиәләүҙә яҙыусылырыбыҙ, шағирҙарыбыҙҙың да өлөшө ҙур. Уларҙы балаға еткереү, тәрбиәләүҙә улар менән оҫта файҙаланыу – ололарҙың , бигерәк тә тәрбиәсе, уҡытыусы һәм китапханасыларҙың бурысы.

       Ошо көндәрҙә  мәҙәниәт һарайында район  китапханалар системаһы тарафынан ойошторолған  мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында  Халыҡ-ара ғаилә көнөнә һәм Әҙәбиәт йылына бағышланған  “Йәшәһен  минең ғаиләм!” район конкурсы уҙғарылды. Районыбыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылған балалар әсәй, атай, оләсәй, олатай, апай-ағайҙар тураһында яҙылған шиғырҙарҙы яттан һөйләү буйынса көс һынашты. Әле мәктәпкә лә төшмәгән балаларҙың матур итеп шиғыр ятлауы, шағирҙың һүҙҙәрен тамашасыға еткерә алыуы береһен дә битараф ҡалдырманы.  Конкурста 23 бала ҡатнаштып, һөҙөмтәлә Гран-прины Яуымбайҙан Динислам Сәлихов, 1-се урынды Ҡурғашлынан Айгизә Айытбаева яуланы. 2-се урынға Нәбиҙән Хисаметдинова Вилена менән Мәһәҙиҙән Ишемова Гөлдәриә сыҡты. 3-сө урын Исламбайҙан Ғаббасова Гөлсөмгә, Ҡолғананан Яҡупова Заһиҙәгә һәм Ғәҙелгәрәйҙән Юлсурина Луизаға бирелде. Һәр урын алыусы приздар менән бүләкләнде.  Ҡалған бәйгеселәр дәртләндереү призына лайыҡ булды.

      Уҡый-яҙа белмәһәләр ҙә, ғаилә хаҡында шиғыр ятлап, конкурсҡа килеп, тамашасы, жюри алдында уны һөйләй алған һәр балаға ла конкурсты ойоштороусылар исеменән ҙур рәхмәт, алдағы тормошонда уңыштар, һаулыҡ, ғаилә ағзаларының имен-һау булыуҙарын, үҫкәс тә китаптан айырылмауҙарын теләргә генә ҡала.

0