Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Күҙ нурҙары – сигеүҙә

          Һәр ир-ат өй һалып, ул үҫтереп, ағас ултыртырға тейеш булғандай, һәр ҡатын-ҡыҙ ҙа аш-һыуға оҫта, ҡул эштәренә маһир булырға тейеш. Был уның ҡатын-ҡыҙ бурысы. Оҙон ҡыштарҙа кистәрен телевизорға, йә компьютерға ғына әүерәп ултырмай, ҡорама ҡораған, сигеү сиккән, бәйләм бәйләгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күп, Аллаға шөкөр. Элек-электән ҡатын-ҡыҙҙар ҡул эштәрен бер-береһенә күрһәтеп, ҡупайыр, бер-береһенән, бигерәк тә ситтән килгән килендәрҙән яңыса алымдарҙы өйрәнер, уларға ерлектәгеһен өйрәтер булған.

          Йыл һайын район үҙәкләштерелгән  китапханалар системаһы йә шәл, йә селтәр бәйләү,  ҡорама ҡорау, сигеү буйынса район ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәренә конкурстар ойоштороп ҡына  тора. Быйыл иһә сигеү буйынса “Күҙ нурҙарын һалам биҙәккә”конкурсы булып уҙҙы. Унда ике номинация буйынса: 16 йәшкә тиклемге балаларҙың һәм ололарҙың ҡул эштәре һайлап алынды. Конкурста барыһы 47 кеше ҡатнашты. Райондың 85 йыллығына, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналып сигелгән таҫтамалдар, мәрйен теҙеп сигелгән картиналар, алъяпҡыстар… Теҙеп тә бөтөрөрлөк түгел. Жюри ағзаларына иң-иңдәрҙән булған ҡул эштәрен һайлап алыу бик ҡыйынға тура килде. Шулай ҙа, яңы сигелгән, сағыу, оҫта итеп башҡарылған ҡул эштәренә өҫтөнлөк бирелде.

          Һөҙөмтәлә, балалар араһында Кейекбайҙан Ырыҫҡолова Альбина – 1-се, Нәби ауылынан Әхмәтова Миләүшә менән Иҫке Собханғолдан Мәзинова Алһыу – 2-се, Иҫке Собханғол ауылы ҡыҙҙары Ибраһимова Айгизә, Ғимранова Рузилә һәм Ғәлиуллина Гөлназ – 3-сө урынды яуланы. Әйткәндәй, конкурста Район сәнғәт мәктәбенең һынлы сәнғәт класы уҡыусылары тулайым тигәндәй үҙҙәренең сигеү эштәрен ҡуйғандар ине. Урын алған Иҫке Собханғол ҡыҙҙары – шул мәктәптең уҡыусылары.

          Ололар араһында Гран-прины йыл да ҡатнашып, үҙ эштәре менән барыһын да һоҡландырған Байназар ауылынан  Айытбаева Фәриҙә яуланы. 1-се урынға Әбделмәмбәт ауылының ағинәйе, 78 йәшлек Һырлыбаева Шәмсинур апай сыҡты. 2-се урын “атанан күргән уҡ юнған, инәнән күргән-тун бескән” тигәндәй, Айытбаева Фәриҙәнең ҡыҙы Ғизуллина Ленаға һәм Иҫке Собханғолдан Сәйетбаталова Розаға бирелде. 3-сө урынды бер конкурстан да ҡалмай, йыл да ҡатнашып торған Иҫке Монасип ауылынан Яҙағолова Вәхиҙә һәм Әбделмәмбәттән Ибатуллина Хәсибә алды.

          Эш урында ла түгел. Эш үҙеңдең һәләтеңде кешеләргә күрһәтеүҙәлер. Матур, сағыу, ҙур һөйөү менән эшләнгән ҡул эштәре матурлыҡҡа әйҙәй, йәшәүгә дәрт өҫтәй, күңел күтәренкелеге бирә. Оҫта ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ барҙа рухи мираҫыбыҙ юғалмаҫ, аңыбыҙға һеңгән әсәй-өләсәйҙәребеҙ мираҫы юйылмаҫ, ҡул эштәренә маһирҙар сафы тағы ла тулыланыр, үҫеп килгән быуынға биреп ҡалдырыр мираҫыбыҙ һаҡланыр.

0